Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Аҡыллы ҡала” – йәштәр өсөн үҫеш мөмкинлеге

Өфөлә барған “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” IV Халыҡ-ара форумы сиктәрендә “Аҡыллы ҡала: беҙҙең киләсәк – яңы шәхестәрҙә” II Бөтә Рәсәй йәштәр форумы ла ойошторолдо. Йәштәр йыйыны “Төбәктәрҙә йәштәрҙең үҙен үҫтереү мөмкинлектәре биләмәһе” панель дискуссияһы менән асылды. Бында “һорау-яуап” форматында йәштәр менән Башҡортостан Башлығы Радиәй Хәбиров, Калуга өлкәһе губернаторы урынбаҫары Дмитрий Разумовский, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра губернаторы урынбаҫары Павел Ципорин, Силәбе өлкәһенең мәғлүмәт технологиялары, элемтә һәм һанлы үҫеш министры Игорь Фетисов һәм Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Вито Сабиров ҡатнаштылар. “Шуныһын аныҡ әйтә алам – яҡын киләсәктә һеҙҙең эшкә урынлашыу проблемаһы булмаясаҡ. Предприятиелар араһында хеҙмәт ресурстары өсөн көнәркәшлек көсәйә, беҙ колледждарҙың матди базаһын нығытыу өҫтөндә эшләйбеҙ, талап ителгән юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырырға тырышабыҙ”, – тине Радий Хәбиров. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.