Өфөлә барған “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” IV Халыҡ-ара форумында “Хәүефһеҙ ҡала” төшөнсәһе фекер алышыуҙың төп темаларының береһенә әүерелде. “Хәүефһеҙ ҡала” булдырыу темпын көсәйтергә кәрәк һәм Рәсәй төбәктәрендә уны булдырыу барышында тыуа килгән мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителергә тейеш”, – тине Рәсәйҙең гражданлыҡ оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары Антон Герасимов үҙенең сығышында. – “Шул айҡанлы әле өс йүнәлештә эш алып барабыҙ: төп конструкторҙар советын ҡабаттан йыябыҙ, власть органдарының яуаплылығы билдәләнгән хоҡуҡи һәм норматив акттар булдырабыҙ, аппарат-программалар комплексын концептуаль һәм технологик үҫтереү эше алып барыла”. “Башҡортостан – Рәсәйҙең ошо комплекс индерелә башлаған тәүге төбәктәренең береһе. Пилот зонаһы тәжрибәһе барыһы өсөн дә әһәмиәтле”, – тине республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.