Инде Алмазға күсәм. Беҙ уның менән быйыл яҙ осраштыҡ бит! Бик күп йылдар үткәндән һуң. Һәм, беләһегеҙме, ҡайҙа? Зыяратта! Уның атаһы ла, минең әсәйем менән атайым да, беҙҙе айырыуҙа ситтән булһа ла ҙур роль уйнаған ике ағайым да бер зыяратта ерләнгән. Эйе, теге “һала” торған ағайҙарым инде иҫән түгел – араҡы уларҙың икеһенең дә ғүмерен шаҡтай ҡыҫҡартты. Атай ҙа иҫән түгел. Әммә һүҙ ыңғайында әйтәйем әле, ул һуңғы йылдарҙа эсеүен ташланы. Мәсеткә йөрөй башланы, шөкөр, был донъянан намаҙлы, доғалы булып китте. Бының өсөн әле лә һөйөнәм. Тағын ситкә киттем. Май байрамдары алдынан ауылдаштар: «Өмә үткәрәбеҙ. Ҡайтығыҙ! Зыяратты йыйыштырырға, тәртипкә һалырға кәрәк», – тип хәбәр итте. Ундай саранан ситтә ҡалып булмай бит инде. Былай ҙа һәр йылды яҙын ҡайтып, үҙебеҙҙекеләрҙең ҡәберҙәрен ҡарап килә инек. Был юлы бөтә туғандар йыйылып ҡайттыҡ. Ауылыбыҙ тарихында беренсе бындай өмә бит! Улы менән Алмаз да ҡайтҡан булып сыҡты. Ҙурҙан ҡупҡан – зыярат өҫтөн таҙартырға ҙур крандар ҙа килтерткән. Шул