Үткән быуаттың 50-се йылдарында Яңауыл районының Иҫке Вәрәш ауылынан колхозсы Зиятдин Низаметдинов ауылдаштарының картуф баҡсаһы осонда йәшерен һыу сығанағын таба. Кешеләр был һыуҙы файҙалана алһын өсөн, уны таҙартып, бура ултырта. Шишмә һыуы сәй өсөн бик тәмле була. Халыҡ оҙаҡ йылдар унан һыу эсә. 70-се йылдарҙа ауылға үҙәк һыу үткәргес һуҙалар.Һәм шишмә һыуын файҙаланыусылар кәмей. “Әлбиттә, ул саҡта Зиятдиндың бүләсәре – Игорь Насибуллин тыуған ерен данлар һәм Рәсәй Геройы булыр тип бер кем дә уйлап та бирмәгән. Быйыл йәй Геройҙың ата-әсәһе – Роза һәм Леонид Насибуллиндар шишмәне кәртәләп, уға икенсе һулыш бирҙе. Хәҙер ул Ватанды һаҡлап ғүмерен биргән Рәсәй армияһы офицеры Игорь Насибуллиндың исеме менән йөрөтә. Һәр кеше Атайсалының тарихында үҙ эҙен ҡалдырыу мөмкинлегенә эйә: Ватан һаҡсыһы була ала йә уның матур киләсәгенә хеҙмәт итә. Был индергән өлөштөң ҙур булмауы ла мөмкин, әммә шишмәне төҙөкләндереү кеүек мөһим эш башҡара алалар. Тормошобоҙҙо яҡшыртыуға өлөш индергән кешеләрҙе онотмаҫҡа һәм һаҡларға тейешбеҙ”, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов. Быйыл – Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы, шуға ла һеҙ тыуған ерегеҙгә, ауылығыҙға, ҡалағыҙға изге ғәмәлдәр эшләй алаһығыҙ. Фото: vk.com/vazigatov