Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тыуған көнөндә минаға баҫа...

Ике айҙан ашыу күрешмәй торғас, класташым Тәнзилә менән байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Сәйҙәр яһалып торҙо, тик һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Шулай ҙа күңелгә иң уйылып ҡалғаны – Вәлит ағаһына әйтер йылы һүҙҙәре. Уға булған рәхмәте мине түбәндәгеләрҙе яҙырға этәрҙе лә. Һәр быуынға, һәр быуатта булып торған һуғыш шауҡымы беҙгә теймәҫ, илдәр тыныс булыр тип ышанып йәшәнек. Тәнзиләнең Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында йәшәгән атаһы Абдулхаҡов бабай Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Дүрт улының береһе Хәлилдең дә Афған һуғышына эләгеүе ата-әсәһен, туғандарын, ауыл халҡын оло хафаға һала. 1982 йылдың апрелендә ҡаты алыштар барған ваҡытта Хәлилдең яраланып, Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкент ҡалаһында госпиталдә ятыуы тураһында хәбәр алған Вәлит ағай, күп уйлап тормай, юлға сыға. Юл ғазабы – гүр ғазабы тиҙәр. Тик ул ваҡытта йәш булған ағай ҡустыһы янына тиҙерәк барып етер өсөн бар тырышлығын һала. Госпиталгә килеп еткәнсе ниҙәр кисергәндер, ниндәй ауырлыҡтар күргәндер, ғәрәсәт эсендә тере ҡалған ҡустыһын куреү теләге бер ниҙән дә ҡурҡытмай. Күрешеп, бер нисә көн бергә булып, тынысланып ҡайтыу юлына сыҡҡан ваҡытта алда ни булырын уйлап та бирмәгәндер. Ул ваҡыттан алып 40 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Вәлит ағайыма тағы ла ошондай һынау, тағы ла ошо юлды үтәһе булған икән тип, фоторәсемдәрҙе ҡарап, һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән Хәлил ағай хеҙмәтен тултырып ауылға ҡайта һәм матур ғаилә ҡора. Йорт һалып инәләр, ҡатыны Раушания менән өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Үкенескә ҡаршы, икеһе лә өс балаһын етем ҡалдырып, йәшләй генә бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күсте. Һуғыш утын бергә кискән яугир дуҫтарының исемен биргән Хәлил улдарына: Вил, Рамил. Ҡыҙы – Линара. Тормош – ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа, тигән башҡорт әйтеме бар. Ни хәл итәһең, Вилдең дә яҙмышына атай, олатай юлынан үтергә тура килә. Илебеҙҙең аҫыл егеттәре менән бер рәттән ул да контракт буйынса махсус хәрби операцияға юллана. Былтыр көҙ аяғы яраланып ҡайтып, бер аҙ йүнәлеп алған тынғыһыҙ һалдатты яҡындары тағы яу ҡырына оҙата. 5 июндә, тыуған көнөндә әрме хеҙмәтенә алынған егет, күп йылдар үткәс, шул көндә минаға эләгә. Госпиталдә тубыҡтан түбән аяғын киҫәләр... Был хәлде ишеткән Вәлит апаһы (Әбйәлилдә атай-әсәйҙән оло туғанды шулай атайҙар), өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Санкт-Петербург ҡалаһына, быныһында инде бер туған ҡустыһы Хәлилдең улы Вил янына госпиталгә барырға ҡарар итә. Оҙаҡламай юлға сыға. Яугир янына барып, уның менән күрешеп кенә ҡалмай, башҡа яралылар менән дә аралашып, һәр береһенә йылы һүҙен, алып барған күстәнәстәрен өләшеп ҡайта. Ошо ваҡытта Вил янында булған Питерҙа уҡып йөрөгән ике туған һеңлеһе Рушанаға ла мең рәхмәттәр яуһын. Ныҡлы ихтыярлы, көслө рухлы бит һин, Вил. Тиҙерәк аяҡҡа баҫып, тыуған яҡҡа ҡайтыуыңды тындары менән һурып алырҙай булып көтөүселәр барында юғалып ҡалмаҫыңа ышанабыҙ. Илдә тыныслыҡ, именлек булһын. Алла бирһә, тиҙерәк бөтһөн мәшхәр тигән теләктәр менән йоҡонан торабыҙ, ятып киткәнсе ошо теләктәбеҙ. Әлеге ваҡытта Вәлит ағайҙың ике ейәне – Зөлфәт менән Флорид та әрме сафына алынды. Һәр һалдатҡа аяҙ күк аҫтында тыныс хеҙмәт итеп, иҫәнлектә-һаулыҡта тыуған йортона имен-аман ҡайтыуын насип булһын!Рәғиҙә ХЫЗЫРОВА Фото: Абдулхаҡовтар архивынан.