Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының "Торатау" конгресс-холында ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы үҙгәртеү буйынса IV халыҡ-ара форумдың пленар ултырышында ҡатнашты. Иң башта етәкселәр форумдың тематик экспозицияһын ҡараны. Унда аҡыллы ҡала өсөн технологик ҡарарҙар, шулай уҡ транспорт инфраструктураһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңы эшләнмәләр тәҡдим ителгән. Пленар ултырыштың темаһы — "Аҡыллы уңайлы ҡала мөхите". Ҡатнашыусылар уны формалаштырыу буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Ирек Фәйзуллин хәҙерге ҡала киңлеге элементтарына ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты. - Аҡыллы ҡала тигәнебеҙ ул төрлө датчиктар тураһында ғына түгел. Иң мөһимдәрҙең береһе - халыҡ менән бәйләнеш булдырыу, кешеләрҙең ҡала хужалығы менән идара итеүгә йәлеп ителеүе. Һанлы технологиялар үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу мөмкинлеге бирә, - тине ул. Башҡортостан Башлығы, аҡыллы ҡала фәлсәфәһе - ул киләсәккә ҡарап эш итеү һәм идеаль моделдәргә ынтылыу, тип иҫәпләй. "Росреестр" башлығы урынбаҫары Елена Мартынова үҙ сығышында Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһын формалаштырыуҙа Башҡортостандың алдынғы булыуын билдәләне. Ул электрон картографик нигеҙҙе, күсемһеҙ милек объекттары һәм был милеккә хоҡуҡтар тураһында мәғлүмәтте берләштерәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙ был проекттың пилот төбәктәре араһына инде. "Милли өҫтөнлөктәр" коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы генераль директоры урынбаҫары Михаил Шумаков ҡала киңлеген үҙгәртеп ҡороуға кешеләрҙе йәлеп итеү механизмдары тураһында ентекләп һөйләне. Ул Башҡортостан халҡының биләмәләрҙе үҫтереү проекттары өсөн тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Республика Башлығы билдәләүенсә, кешеләр менән эш итеү идара итеү командаһы эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора.Пленар ултырыш аҙағында илдең IQ-ҡалаларының һанлаштырыу индексы буйынса рейтингы тәҡдим ителде. Өфө Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм Красноярск ҡалалары менән бергә "Иң ҙур ҡалалар" номинацияһында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Сығанаҡ: glavarb.ru