2023 йылдың 31 авгусына тиклем мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә 2024 йылдың тәүге грант конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Конкурсты илдең барлыҡ ижади кешеләренә һәр яҡлап ярҙам итеү өсөн махсус рәүештә ойошторолған Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды үткәрә.Конкурста ҡатнашыр өсөн: - дәүләт учреждениелары, дәүләт корпорациялары, дәүләт компаниялары һәм сәйәси партияларҙан тыш, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар;- коммерция ойошмалары;- шәхси эшҡыуарҙар;- муниципаль ҡаҙна учреждениеларынан тыш, муниципаль учреждениелар һәм предприятиелар саҡырыла.Конкурсҡа түбәндәге проекттарҙы күрһәтергә мөмкин:- мәҙәниәт һәм академик (классик) сәнғәт өлкәһендәге;- тармаҡ-ара, мәҙәниәт һәм кросс-мәҙәни проекттар;- мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия, шул иҫәптән һанлы технологиялар өлкәһендә белем биреү һәм күргәҙмә проекттары;- мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә йәш һәләттәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү буйынса проекттар;- үҙенсәлекле индустрия проекттары, шул