Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уңайлылыҡ хәстәре туҡталмай

Башҡортостанға рәсми эш сәфәре менән Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ –коммуналь хужалығы министры Ирек Фәйзуллин килде. Ул “Аҡыллы ҡала - Аҡыллы ил” 4-се халыҡ-ара форумында ла ҡатнашты. Уға тиклем ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Өфөләге "Нефтехимиктар" мәҙәниәт һәм ял паркында ла булды. Реконструкция эштәренән һуң был парк 12 июндә Рәсәй көнөндә һәм Өфө ҡалаһы көнөндә асылды. Бында спорт һәм балалар майҙансыҡтары, велосипедсылар, йәйәүлеләр өсөн юлдар һәм башҡа уңайлыҡтар булдырылды. Шулай уҡ майҙанды йәшелләндереүгә лә ҙур иғтибар бирелгән. Фото: “Республика Башҡортостан “ гәзите сайтынан.