26 июлдә “Рәсәй” медиаүҙәгендә республиканың Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостандағы иң хәүефле юлдарҙы атаны һәм хәлде үҙгәртеү өсөн ниндәй саралар күрелеүе хаҡында хәбәр итте. – Ысынлап та, бер үк урында даими рәүештә һәләк булғандар һәм зыян күреүселәр булған авария хәлендәге участкалар бар. Биш йүнәлеш. Улар араһында Благовещенға тиклемге Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы. Берҙәм тырышлыҡ һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән ундағы юл хәрәкәтен ойоштороу яйға һалынды, өҫтәмә камералар ҡуйылды, улар, шул иҫәптән, бәйләнмәгән хәүефһеҙлек ҡайышын, ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙы ла теркәй. Шулай уҡ 86-сы километрҙа сағыштырмаса ҙур булмаған Дүртөйлө – Нефтекама участкаһы бар. Унда йыл дауамында һәләк булғандарҙың күп. Икенсе йыл рәттән Иглин районында М-5 федераль трассаһында кешеләр һәләк була, әммә ундағы юл реконструкциялана. Әлшәй районында Өфө – Шишмә – Ҡырғыҙ – Миәкә юлы ла бик хәүефлеләр иҫәбендә, – тине Владимир Севастьянов. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығының мәғлүмәттәре буйынса, ярты йыл эсендә төбәк биләмәһендә юл-транспорт ваҡиғалары һаны 8,2 процентҡа артҡан (1535), ә һәләк булғандар (1,4 процентҡа) һәм уларҙа яраланған кешеләр һаны 0,9 процентҡа кәмегән (1810). Аварияларҙа һәләк булғандар һаны буйынса республика илдең бөтә субъекттары араһында етенсе урында тора. Автоһәләкәттәрҙең төп сәбәптәре – юл сатында йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу, арауыҡты дөрөҫ һайламау, йәйәүлеләр үткәүелдәрендә йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу, ҡаршы һыҙатҡа сығыу. Фото: @bash_gibdd