Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Форум оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалыр"

Хәбәр итеүебеҙсә, 21-29 июлдә Һамарҙа "iВолга" йәштәр форумы уҙа, унда 150-гә яҡын кешене берләштергән Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Форум аҙағына яҡынлаша, ә йәштәребеҙ унда әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. 25-ендә форумда "iВолга батл" бейеү фестивале уҙғарылды. Уның һөҙөмтәләре буйынса, республикабыҙ вәкилдәре киләһе наградаларға лайыҡ булды: Степан Александров - хип-хопты башлап бейеүҙә, "All Styles яңы башлаусылар" тигәнендә Дарья Васильева беренсе урынға сыҡты. Степан Александров: "Фестиваль оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалыр, көнәркәшлек көслө булды. Үҙ номинациямда еңә алғаныма ныҡ шатмын, делегациябыҙға ярҙамдары өсөн рәхмәт", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты. 26 июлдә форумда Волга буйы федераль округының КВН Кубогы үтте. Беҙҙең республиканан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Конфиденциаллек" командаһы сығыш яһаны. Махсус программаға ярашлы, форумда Волга буйы федераль округының йәштәр сәйәсәте буйынса бар төбәк идаралыҡтары етәкселәре осрашты. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттарының проректорҙары йәштәр сәйәсәте буйынса белем алды, унда Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре лә ҡатнашты. Шул уҡ көн аҙағында Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук республикабыҙ делегацияһы менән осрашты. Ҡатнашыусылар һорауҙар бирҙе, төбәктә планлаштырылған саралар тураһында фекер алышты. "Бөгөн беҙ республикабыҙ йәштәре менән асыҡ һөйләшеү үткәрҙек. Уларҙың үҙ еребеҙҙә үҫешергә һәм мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуға ынтылып торғаны шатландыра. Форум һөҙөмтәләре буйынса улар менән аралашыуҙы мотлаҡ дауам итербеҙ", - тине Яна Гайдук. Мәғлүмәт, фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.