Республикаға идара итеү үҙәгендә Рәсәйҙең төҙөлөш, торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала төҙөлөш комплексын һәм коммуналь инфраструктураны үҫтереү мәсьәләләре буйынса "түңәрәк өҫтәл" үткәрҙе. Ирек Фәйзуллин республиканың төҙөлөш тармағы үҫеше кимәлен юғары баһаланы. Тораҡ төҙөү буйынса Башҡортостан илебеҙҙә алдынғылар иҫәбендә бара. - Бар программаларҙы ла тәғәйен ваҡытта, маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеп башҡараһығыҙ, - тине Ирек Фәйзуллин. - Башҡортостандың ҡала төҙөлөшө потенциалы үҫешә, йорттар төҙөү буйынса алға барыш күҙәтелә. - Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығына төҙөүселәребеҙгә күрһәткән ярҙам өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең менән даими бәйләнеш бар, бик һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итәбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Ултырыш алдынан федераль министрлыҡ етәксеһе Республикаға идара итеү үҙәгенең структураһы һәм мөмкинлектәре менән танышты. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковс