Найти тему
Башҡортостан гәзите

Берҙәм пособие нисә йәшкә ҡәҙәр түләнә?

Төп шарт - бер кешегә ғаиләнең килеме төбәктәге йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. 2023 йылда Башҡортостанда ул 12 650 һум тәшкил итә. Эш хаҡы, стипендия, пенсия, алимент иҫәпкә алына. Ә бына килемде иҫәпләгәндә әсәлек капиталы, һалым ҡайтармалары, социаль контракт, мобилизацияланғандарға ярҙам аҡсаһы һәм реабилитация өсөн бирелгән түләүҙәр инмәй.Килем кимәле пособие күләменә йоғонто яһай. Төбәктәге балаларҙың йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын алырға мөмкин. Ул 12 771 һум тәшкил итә. Күләме - бер балаға 6-13 мең һум самаһы:- 50 процент - түләүҙең база күләме- 75 процент - түләүҙең база күләме ғаиләнең йән башына уртаса килемен йәшәү минимумына тиклем еткерә алмаған осраҡта тәғәйенләнә- ошо уҡ принцип буйынса төбәк йәшәү минимумының 100 проценты билдәләнә.Берҙәм пособиены Социаль фонд тәғәйенләй. Түләүгә ғаризаны йыл һайын бирергә кәрәк.Пособиены түбәндәге ысулдар менән юллау уңайлыраҡ:- Дәүләт хеҙмәттәре аша https://vk.cc/ckbeIxШулай уҡ:- йәшәү урыны буйынса Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәтендә https://vk.cc/cleqKt- күп функциялы үҙәк офисында https://vk.cc/ckQ0w0Күберәк мәғлүмәт - чат-ботта: https://vk.cc/cpJGxTӨҫтәмә һорауҙар менән 8 (800) 1-00000-1 телефоны буйынса йәки Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт итергә мөмкин.Сығанаҡ: "Аңлатабыҙ.Башҡортостан" төркөмө.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц