“Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” халыҡ–ара форумы сиктәрендә йәштәргә ҡағылышлы һорауҙар ҙа күтәрелде. Ошо маҡсатта “Аҡыллы ҡала : беҙҙең киләсәк - яңы йөҙҙәр” тигән 2-се Бөтә Рәсәй форумы үтте. Сара программаһында бер нисә фекер алышыу майҙансығы ойошторолдо. Уларҙың береһе “Үҫеш биләмәһе: төбәктәрҙә йәштәрҙе үҫтереү өсөн мөмкинлектәр. Мөһим һорауҙар тураһында һөйләшеү” темаһына арналған сессия ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәштәр форумының маҡсатын билдәләне. Сара барышында уға бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе. Предприятиеларҙа квалификациялы кадрҙар өсөн конкуренция үҫеүен дә иғтибарға алды, айырыуса ул сәнәғәт предприятиеларына ҡағыла. Был тәүге сиратта Башҡортостанда яңы юғары технологиялы производстволар барлыҡҡа килеүе менән бәйле. Фото: “Республика Башҡортостан” гәзите сайты.