Был иҫтәлекле көн 2022 йылда “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин указы менән булдырыла. Иҫтәлекле саралар Донецк Халыҡ Республикаһында, Мәскәүҙә, шулай уҡ Владимир һәм Пенза өлкәләрендә үтә. Донецк Халыҡ Республикаһында “Берҙәм Рәсәй” вәкилдәре Украинаның хәрби агрессияһы һөҙөмтәһендә һәләк булған балаларҙы бер минут тын тороп иҫкә алды һәм мемориалдарға сәскәләр һалды. Мәскәүҙә "Берҙәм Рәсәй” вәкилдәре һәм "Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы" ирекмәндәре 12 дуҫ булмаған дәүләттең илселектәре биналары янында акция үткәрә: АҠШ, Бөйөк Британия, Польша, Франция, Германия, Испания, Италия, Латвия, Литва, Эстония, Греция һәм Чехия. Йәш гвардиясылар украин нацистары утҡа тотоуҙан һәләк булған балаларҙың портреттары менән сыҡты һәм Донецк Халыҡ Республикаһы майҙанындағы импровизацияланған мемориалға сәскәләр һалды. Фото: dnr-pravda.ru
Донбасста һуғыш ҡорбаны булған балалар иҫтәлегенә...
27 июля 202327 июл 2023
~1 мин