Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кешеләргә уңайлы булһын өсөн

Өфөлә уҙғарылған “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” 4-се халыҡ–ара форумында “Аҡыллы ҡаланың үҙәгендә кеше моделе” тигән стратегик сессия үтте. Был сарала “Дәүләт кеше өсөн” федераль проекты иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Әйтергә кәрәк, был йәһәттән Рәсәйҙә “Дәүләт хеҙмәттәре” һанлы платформаһы эш башлау менән ул донъяла иң яҡшы дәүләт сервистарының береһенә әүерелде. Сессияның модераторы Юлия Алферова был турала түбәндәгеләрҙе белдерҙе: - Дәүләт кешегә ғүмер юлы дауамында хеҙмәттәр күрһәтә һәм уның маҡсаты бер – кешене бәхетле итеү. Һанлы хеҙмәттәр күрһәтеүҙең бурысы – кешеләрҙе төрлө ведомстволары буйлап йөрөүҙән азат итеү, процесты ябайлаштырыу һәм уңайлаштырыу. Фото: “Республика Башкортостан” сайты.