Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалынды

Өфө буйлап эш сәфәре барышында Рәсәйҙең төҙөлөш, торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанында булды. Бында улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Республика етәксеһе йәмәғәт киңлегенең концепцияһы тураһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Совет майҙанын реконструкциялау 2020 йылдың йәйендә башланды. Төҙөүселәр биләмәне киңәйтте, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янында, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе алдында сквер ултыртылды. Ә 2021 йылдың сентябрендә бында үҙенсәлекле фонтан эшләй башланы. Сығанаҡ: glavarb.ru