27 июлдә Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы социаль объекттар менән танышты. Улар Инорстағы 1650 урынға иҫәпләнгән 51-се мәктәптә булды. Был объект 2023 йылдың мартында сафҡа инде. Директоры Ирина Николаева хәбәр итеүенсә, 51-се мәктәп Өфөлә иң боронғоларҙан һанала. Уға 1936 йылда нигеҙ һалынған. Шулай уҡ мәғариф үҙәге Рәсәй машиналар эшләүселәр союзының ассоциацияланған мәктәбе һәм педагогия университетының тәжрибә майҙансығы булып тора. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры белем биреү үҙәге уҡыусыларына, уҡытыусыларына уңыштар теләне. Артабан Ирек Фәйзуллин һәм Радий Хәбиров "Нефтехимик" мәҙәниәт һәм ял паркында булды. Баш ҡаланың иң боронғо рекреацион зоналарының береһенә 1947 йылда нигеҙ һалына. 2023 йылда бында биләмәне реконструкциялау һәм төҙөкләндереү буйынса күләмле проект тамамланды. Шулай уҡ Ирек Фәйзуллин һәм Радий Хәбиров Өфөләге Көрәш һарайының төҙөлөш майҙансығында булды. Б