Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә мегагранттар программаһын яңыртырға һәм киңәйтергә ҡушты. Был иһә йәш ғалимдарға ҙур, мөһим фәнни проекттарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк. Президент тәҡдиме буйынса мегагранттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты биш йылға тиклем буласаҡ, тағы ла өс йылға оҙайтыу мөмкинлеге лә ҡаралған. Ярҙам суммаһы ла арта: Рәсәй ғалимдары өсөн 500 миллион һумға тиклем, беҙҙең университеттарҙа уҡытырға ҡалған, кафедралар асҡан сит ил тикшеренеүселәренә – 250 миллион һум. Программаны финанслау 2026 йылға тиклем федераль бюджетҡа һалына. Владимир Путин билдәләүенсә, мегагранттарҙың яңыртылған программаһы йәш тикшеренеүселәргә фәнни-техник ҡарарҙарға үҙҙәренең өлөшөн индерергә булышлыҡ итә. 2020 йылда Башҡортостан ғалимдары федераль мегагрант алды - Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең “Мультмикс мәғлүмәттәрен комплекслы анализлау һәм персональ медицинаны үҫтереү өсөн юғары етештереү һәм һанау инструменттарын әҙерләү“ проекты уға лайыҡ булды. Бынан тыш, республикабыҙҙ