Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин менән осрашты. Көн тәртибендә федераль министрлыҡ менән республика Хөкүмәтенең хеҙмәттәшлеген үҫтереү, шулай уҡ республикала күләмле инфраструктура проекттарын, шул иҫәптән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлыларын тормошҡа ашырыуға ярҙам итеү тора. Рәсәй министры торлаҡ, инфраструктура һәм социаль объекттарҙы сафҡа индереүҙә Башҡортостандың алдынғы урындарҙа барыуын билдәләне. Беренсе ярты йыллыҡта Башҡортостанда файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме 1,57 миллион квадрат метр тәшкил итә, был иһә уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,6 процентҡа күберәк. Осрашыуҙа "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ингән "Стимул" программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Уның бурысы - бюджет инвестициялары ярҙамында торлаҡ төҙөлөшө объекттарында социаль, инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөүгә булышлыҡ итеү. Башҡортостанда был