Кенияның ир-егеттәр командаһы 100, 200, 400, 800, 1500, 5000, 10000 метр арауыҡҡа йүгереүгә ныҡлы әҙерләнде. Улар тыуған илендә бер ай ғына шөғөлләнмәгән. Спортсылар Өфөгә, беренсе урынға өмөт итеп, етди әҙерлек менән килгән. “Тәүге урындарға ғына өмөт итәбеҙ. Ярыштарға оҙаҡ әҙерләндек, максималь составта килдек. Беҙҙе бик яҡшы ҡаршыланылар. Һеҙҙә таҙа, юлдар ҡараулы, йылмайыусан һәм изге күңелле кешеләр. Беҙҙең менән фото төшөргә теләйҙәр. Ҡыҙыл ит тәме ғәжәпләндерҙе. Беҙҙекенән ул айырыла. Беҙгә оҡшаны. Ә бына балыҡ беҙҙә барыбер яҡшыраҡ", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан Кения еңел атлеттары командаһы вәкиле Кэрол Аоко. Фото: vk.com/wall-27097047_331822?z=ph