Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә 50 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул оҙаҡ ваҡыт интернет киңлектәрендә автомобиль двигателе һатыу тураһында тәҡдимдәрҙе күҙәтеп бара һәм бер мәл двигатель һатыу хаҡында иғланды күрә. Мутлашыусы әҙәм үҙен автозапчастар һатыу менән шөғөлләнгән компания хеҙмәткәре тип таныштырғанлыҡтан, уның тәҡдиме двигатель алырға теләгән кешелә бер ниндәй ҙә шикләнеү тыуҙырмай. Шуға ла ул тауар өсөн 51 мең һумдан ашыу аҡсаһын күсерә, әммә әйберҙе көтөп ала алмай. Ә уның менән хат алышҡан мутлашыусы бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Был мутлашыу осрағы буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Яңауыл ҡалаһында ла мутлашыу осрағы теркәлгән. Яр Саллы ҡалаһынан 25 йәшлек егет полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә. Ул, популяр һатып алыу-һатыу сайтында “Лада Калина” автомобилен һатыу һылтауы менән, уға бер ир мөрәжәғәт иткән, тип раҫлай. Мутлашыусы әле командировкала булыуын һәм автомобилде уның ҡатыны күрһәт