Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һөйөнсө, “Башҡортостан”ға яҙылған уҡыусыбыҙ мотоблок отто!

Бөгөн, 27 июлдә, Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуының иртәнге эфирында “Яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ” тип аталған традицион акцияла ҡатнашҡан гәзит һәм журналдарға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында уйнатыу йомғаҡтары буйынса түбәндәге еңеүселәр билдәләнде: – төп бүләк-ноутбук Ейәнсура районының Байыш ауылынан З. М. Йәркәеваға эләкте. Ул “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына һәм “Ейәнсура таңдары” гәзитенә яҙылған, 118-се купон; – туңдырғыс – “Йәйғор” һәм “Йәшлек” гәзиттәренә яҙылған Нуриман районының Иҫке Исай ауылынан Нәфисә Бәҙретдиноваға эләкте, 184-се купон; – телевизор – “Толпар” журналына һәм “Игенсе” гәзитенә яҙылған Саҡмағош районының Саҡмағош ауылынан Индира Латиповала, 145-се купон; – мотоблок – “Башҡортостан”, “Дыуан хәбәрҙәре”, “Йәшлек” гәзиттәренә яҙылған Дыуан районының Арый ауылынан Мансур Хәтмуллинға юллана, 42-се купон; – триммер – “Даирә”, “Йәшлек” гәзиттәренә яҙылған Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылынан Флүрә Шәмәрәеваға эләкте, 216-сы купон. Конкурс шарттары буйынса уҡыусыларға 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто учредителе булған кәм тигәндә ике баҫмаға яҙылырға һәм 2023 йылдың 15 июленә тиклем нәшриәт йорто адресына ғариза ебәрергә кәрәк ине. Был республика гәзиттәре һәм журналдары, район һәм ҡала гәзиттәре исемлеге сайтта интернет-магазинда урынлаштырылған rbsmi.ru(https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/). Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ, әйберҙәрҙе алыу мәсьәләләре буйынса 8 (347) 226-99-54 телефоны буйынса “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ яҙылыусыларҙың бер үк ваҡытта һәм икенсе приздар уйнатыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Исемлектәге һәр редакция https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ үҙенең уҡыусылары араһында бүләктәр оттороу үткәрә, бының өсөн баҫмаға яҙылырға һәм редакцияға ҡатнашыуға ғариза ебәрергә кәрәк. Ҡасан һәм ниндәй бүләктәр уйнатылыуын редакцияла йәки баҫманың сайтында асыҡларға мөмкин. 1 июлдән 2024 йылдың 1-се ярты йыллығына һәм 2024 йылға алдан яҙылыу башланды, шул уҡ ваҡытта киләһе приздар уйнатыуға ғаризалар ҡабул ителә. Беҙҙең баҫмаларға почта бүлексәһендә, сайтта яҙылығыҙ rbsmi.ru, редакцияла һәм Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 212-се кабинет адресы буйынса , “Яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ” акцияһын ебәрегеҙ. Ғаризалар (квитанциялар, абонементтар) 2024 йылдың 15 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Автор фотоһы.