Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтовтың махсус хәрби операцияға юлланды. Ошо көндәрҙә йырсы менән "Ҡызыл таң" гәзите хәбәрсеһе бәйләнешкә сыҡҡан. Коллегаларыбыҙ менән аралашҡан саҡта Радик Динәхмәтов хәрби әҙерлек нисек үтеүе хаҡындә бәйән иткән. Августа әсәһенә 80 йәш тулыуы хаҡында ла әйткән. Сабина ҡыҙының биш йәшлек ҡыҙын - ейәнсәре Айлинаны ныҡ һағыныуын белдергән. "Башҡалар үпкәләмәһен, иң һағынған кешем - шул бала", - тигән йырсы. Әйткәндәй, Дүртөйлө районының Әсән ауылынан булған яугирҙең позывнойы ла "Әсән". Күптәр йырсының оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияға барыуына ғәжәпләнһә, әҙерлек һыҙығында 60, 64 йәшлек кешеләр ҙә бар, ти. Уларҙың барыһы ла контракт буйынса яҙылған. "Йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә бер теләк кенә берләштерә: тиҙерәк был афәтте еңеп ҡайтыу!" - тип йыш ҡабатлаған Радик Динәхмәтов. Йырсыға ла, башҡа ир-егеттәргә лә тиҙерәк иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булһын! Фото һәм сығанаҡ: "Ҡызыл таң"