Учалыла юл-патруль хеҙмәте патруль автомобиле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Кисә, 26 июлдә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 23 сәғәт 40 минут тирәһендә "Альфа" мопедын күреп ҡалған, уның водителе һәм пассажиры мотошлемһыҙ хәрәкәт иткән. Полиция хеҙмәткәрҙәренең туҡтау тураһындағы талабын водитель иғтибарһыҙ ҡалдырған һәм ҡасып китергә тырышҡан. Унан хоҡуҡ боҙоусыны эҙәрлекләү башланған. Ленин урамы буйынса хәрәкәт иткәндә полиция хеҙмәткәрҙәре мопед водителенең светофорҙың тыйылған сигналына юлды үтергә тырышыуын күреп ҡалған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре маяҡтар һәм тауыш сигналы менән мопед артынан йүнәлгән һәм юл киҫелешендә мопедтың ВАЗ-2110 автомобиле менән бәрелешен кисектергән. Бәрелешкәндән һуң мопедтағы йәштәр ваҡиға урынынан ҡасмаҡсы булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә пассажир һәм мопед водителе имгәнеүҙәр менән медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән, механик зыян күргән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан мопед водителе тотолған, ул урында йәшәгән 18 йәшлек е