Һеҙҙең иғтибарға бөгөнгө ярыштар теҙмәһен тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың Спорт әҙерлеге үҙәгендә баскетбол, йөҙөү һәм еңел атлетика буйынса ярыштар үткәрелә. Баскетбол буйынса ир-егеттәр араһында Рәсәй менән Беларусь, Үзбәкстан менән Иран командалары осраша. Ҡатын-ҡыҙҙар командаларынан иһә Рәсәй менән Рәсәйҙең төбәктәр спортсылары ярыша. Йөҙөүгә килгәндә, иртәнге сәғәт 10-да - 50 метр арауыҡҡа арҡала, 200 метр арауыҡҡа баттерфляй, 100 метр арауыҡҡа баттерфляй, 50 метр арауыҡҡа брасс, 400 метр арауыҡҡа ирекле стиль, 4х100 арауыҡҡа комплекслы йөҙөү буйынса ярыштар үтте. Еңел атлетика буйынса ярыштар иртәнге сәғәт 9-ҙа башланды. Иртән - 1000 метр арауыҡҡа ҡаршылыҡтар аша йүгереү, ә кисен ядро ташлау, юғарыға һикереү, 800, 3000 метр арауыҡҡа ҡаршылыҡтар аша, тағы 200 метр арауыҡҡа йүгереү үткәрелә. “Мегаполис” сауҙа үҙәгендә боулинг буйынса парлы зачетта ярыштар ойошторола. Сәғәт 10-дан – квалификация, 14 – 15 сәғәттә - ярымфинал, 15 – 16 сәғәттә финал ярыштары уҙғарыла. Ә бына Затон шосс