Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

100 йыллыҡ ҡомартҡы

Билдәле булыуынса, баш­ҡорт­тар үҙҙәренең тоғро дуҫы булған атты, ат өҫтөндәге эйәр­­ҙе, йүгәнде, уҡ-һаҙаҡта­рын биҙәүгә лә ҙур иғтибар бир­гән. Сергетыш – аттың эйәре аҫтына һалына торған әйбер йәки үңдек өҫтөнән эйәр аҫ­тына һалынған тышлы кейеҙ. Кейеҙҙе ҡаплар өсөн төр­лө төҫтәге йөн ептән ту­ҡыл­ған буй һыҙыҡлы балаҫ та ҡулланыл­ған. Һуңғы йыл­дарҙа ағинәйҙәр тарафынан һәр райондың үҙенә хас бул­ған өлгөләр тергеҙелеп, уға заманса биҙәктәр өҫтәлә барыуы ҡыуандыра. Тиҙҙән 11- 13 августа Баймаҡ районы Граф күле янында үтәсәк икенсе "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә лә сергетыш эшләп, уларҙы күргәҙмәгә алып килеүселәр араһында иң яҡшыларҙы асыҡлау буласаҡ. Ә бына Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан Хафиза Баязитованың шәхси музейында быуындан-быуынға тапшырыла кил­гән, бер быуаттан ашыу тарихы булған сергетыш һаҡлана. Ҡәҙер­ле ҡомартҡыны өләсәһе Хазина әсәһе Файзаға тапшыр­ған, хәҙер ул – Хафиза Баязи­тованың иң ҡәҙерләп һаҡла­ған әйбере. – Ысынлап та, был ҡомарт­ҡы бик ҡәҙерле һәм тарихи. Белеүе­геҙсә, элек ҡатын-ҡыҙ атта һыбай йөрөгәндә эйәр ҡулланмаған, ә бына ошо сергетыштарҙы һалып ултырыр булған. Шуға күрә уны һәр кем, йомшаҡ һәм уңайлы булһын өсөн, йөндө иләп, кейеҙ һуғып эшләгән. Бына, ҡарағыҙ әле – был сергетыштың өҫтө бәрхәт менән уратылған, тамбурлы сигеү ҙә һалынған, йөндән матур суҡтар эшләнгән. Ҡа­ра­ған һайын шул тиклем оҫталыҡ менән яһалған өлгөгә һоҡланам. Боронғолар ысынлап һәр әйберҙе зауыҡ менән яһай белгән, сифаты хаҡында һүҙ ҙә юҡ, – ти Хафиза ханым. Автор фотоһы