Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡыҙарып сейә бешкән, халыҡ бесән эшләп йөрөгән мәлдә муйыл ағастары ап-аҡ сәскәгә төрөндө. Тәбиғәттәге был мөғжизәле күренешкә аңлатма эҙләп, биология фәндәре кандидаты Айрат Фәһим улы Хөсәйеновҡа мөрәжәғәт иттек. - Айрат Фәһимович, йәй уртаһында муйылдың сәскә атыуын ғәҙәттән тыш хәл тип әйтергә буламы? - Тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Мәҫәлән, үҫемлектәр беҙҙең һымаҡ календарҙағы датаға, ҡоштарҙың йылы яҡтан ҡайтыу-ҡайтмауына ҡарамай, ә үҙҙәренең тәбиғи ритмы буйынса йәшәй. Ул тәбиғи ритм яҡты көндөң оҙонлоғона бәйле. Быйыл яҙ иртә килде. Апрелдә һәм майҙа көндәр эҫе торғанлыҡтан, ҡар һыуҙары ла тиҙ бөттө һәм ергә һеңеп өлгөрмәне. Өҫтәүенә, ҡайһы бер райондарҙа йәйҙең беренсе яртыһында ямғырҙар булманы. Ергә дым етмәгәс, муйыл сәскә ата алманы. Йәйҙең икенсе яртыһы йылы килде һәм ямғырҙар башланды. Һуңғы көндәрҙәге ыңғай тәбиғәт шарттары үҫемлектәргә яңы һулыш өрҙө. Тәбиғәт ҡанундары шундай: бар тереклек үҙенең тоҡомон арттырырға, дауамын ҡалдырырға ынтыла. Ваҡытында сәскә ата алмаған муйылдар ҙа, тимәк, яҡшы шарттар барлыҡҡа килеү менән мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тырышҡан, - тип аңлатма бирҙе биолог. Дуҫтар, видеоның авторҙарын таныусылар бармы? Хәлдең ниндәй районда булғанын бергәләп асыҡлайыҡ. Автор: Нурзиә ХӘСӘНОВА. Фото һәм видео Сәриә Юсуповнаныҡы. Интернет селтәренән алынды.