Ишембай районының Кинйәкәй халҡы ауыл эргәһендәге шишмәне иғтибарҙан өҙмәй. Бар ауылды тәмле, шифалы һыуы менән һыйлаған шишмә кинйәкәйҙәр өсөн үтә лә ҡәҙерле. Күптән түгел улар тағы ла ҙур ғына төҙөкләндереү эштәрен башҡарғандар. Уратылған шишмәнең башына исемен семәрләп яҙып элгәс, был урын тағы ла күркәмләнеп киткән.Электән ул “Йәмилә” шишмәһе тип йөрөтөлгән, тиҙәр унда йәшәүселәр. Шишмәгә барыуы ла хәҙер уңайлы. Ауылдың бер төркөм патриоттары, йәнтөйәктәре өсөн янып-көйөп йөрөгән ир-егеттәр үҙҙәренең шәхси тракторҙарында ҡом-таш түшәп юл һалған. Шишмә биләмәһен үләндән сабып та тәртипкә килтергәндәр. Шишмәләрен матурлап, киләсәген хәстәрләй замандаштарыбыҙ. Фото: Скворчиха ауыл хакимиәтенән.