29 июлдә Өфөлә башҡорт тоҡомло аттар өсөн «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры башлана. Турнирҙың дөйөм бүләк фонды – 10 миллион һум. Ғәҙәттәгесә, бөтә этаптар ҙа Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында ойошторола. «Терра Башҡортостан» турнирының хедлайнерҙары –популяр башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева, шулай уҡ Сан-Францисконан Джеймс Атлас. Тамашасылар өсөн бай күңел асыу программаһы ҡаралған. Әйтәйек, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, сағыу декорациялы тематик фотозона, билдәле ижади коллективтарҙың сығышы. Турнирға биш көн ҡалғас ҡатнашыусылар өсөн йәрәбә һалыу ойошторола. Финал- сентябрҙә. Бәйгенең дистанцияһы - 2400 метр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры 2019 йылдан алып уҙғарыла. Төп маҡсаты - йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү.Турнирҙы республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм «Аҡбуҙат» ипподромы ойоштора. Бынан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы