Республиканың Учалы районы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары буйынса алдынғылар рәтендә. 2017 йылдан алып районда, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, ошондай 15 медицина учреждениеһы төҙөлдө. Тәүге фельдшер-акушерлыҡ пункты Рафиҡ ауылында барлыҡҡа килде. 2019 йылда Һәйтәктә, 2020 йылда – Ҡобағошта, Наурыҙда, Ғәлиәхмәрҙә, Ҡоҙашта, Ҡалҡанда, Вознесенкала, Илтабанда төҙөлдө. 2021 йылда Яңы Оҙонгүл, Юлдаш, Өргөн, Илсе ауылдарында, 2022 йылда Кирәбе ауылында һәм Рудник микрорайонында яңы ФАПтар ишектәрен асты. –Һәр ФАПта бөтә тейешле шарттар булдырылған. Биналар яңы ҡорамалдар, медицина приборҙары менән йыһазландырылған, һыу, йылылыҡ селтәрҙәре менән тәьмин ителгән, интернетҡа тоташтырылған, – ти Учалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева. Быйыл Мәҫкәү һәм Ҡунаҡбай ауылдарында яңы модулле ФАПтарҙы ҡороу тамамланды. Шулай уҡ Баттал ауылы урамында ла оҙаҡламай байрам булыуы көтөлә, халыҡ яңы медицина пунктына ҙур өмөттәр бағ