Ил Президенты Владимир Путин Киләсәк технологиялар форумы сиктәрендә Рәсәй Хөкүмәтенә һәм Дәүләт Думаһына 2026 йылға тиклем федераль бюджетта Мегагранттар программаһын тормошҡа ашырыуға кәрәкле финанслауҙы мотлаҡ ҡарарға ҡушты. Шулай уҡ программа параметрҙарына үҙгәрештәр индереү, уның шарттары тикшеренеүселәр өсөн тағы ла йәлеп итерлек булһын өсөн тырышырға кәрәк, тиелде. Мегагранттарҙың максималь күләмен арттырырға, уларҙы ғәмәлгә ашырыу ваҡытын биш йылға тиклем оҙайтырға ҡушыла. Мәғлүмәт өсөн – https://nauka.tass.ru/nauka/18269357. Башҡортостан Республикаһында мегагранттар донъя кимәлендәге Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәге эшмәкәрлеге сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2020 йылда Рәсәй Хөкүмәте Мегагранты Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең “Мультимикс мәғлүмәттәрҙе комплекслы анализлау һәм персонализацияланған медицинаны үҫтереү өсөн юғары етештереүсәнле иҫәпләү ҡорамалдарын эшләү” технологик проектын алды. Проект Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге биобанкының генетик һәм