Башҡортостандың әүҙем йәштәре 11 - 15 октябрҙә Волгоград өлкәһендә үтәсәк “Йәш яугир курсы. Мәғлүмәт фронты” тарихи-мәғрифәтселек форумында ҡатнаша ала. Сара Интернет селтәрендә белем биреү-мәғлүмәт контентын булдырыу менән шөғөлләнгән 18 - 35 йәшлектәрҙе берләштерәсәк. Форумда ҡатнашыусыларҙы спикерҙарҙан – билдәле тарихсыларҙан, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән, блогерҙарҙан, журналистарҙан, Рәсәй һәм халыҡ-ара берләшмә тарафынан танылған мәғлүмәт аналитиктарынан белем биреү лекциялары, практикумдар, оҫталыҡ дәрестәре көтә. Эксперттар ҡатнашыусыларҙы мәғлүмәт менән эшләү методикаһына, шәхси контент булдырыуға, социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт сәбәптәрен эксклюзив яҡтыртыуға, фейк менән көрәш ысулдарына, профессиональ журналистика үҙенсәлектәренә өйрәтәсәк. Форумда ҡатнашыу өсөн заявка ҡалдырырға кәрәк: - “Рәсәй йәштәре” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының шәхси кабинетына инеү: https://myrosmol.ru/ - “Йәш яугир курсы. Мәғлүмәт фронты” Бөтә Рәсәй тарихи-мәғрифәтселек форумы”н табырға; - “Тулыраҡ”ҡа баҫырға һәм ғаризаны тултырырға. Форумда ҡатнашыусыларға юл хаҡы, йәшәү һәм туҡланыу өсөн түләнә. Сара Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ярҙамында “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.