Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Һаман да ышана алмайым!"

Ҡыҙҙар өсөн алтмыш йылдан ашыу ҡурсаҡтар сығарыусы компания барбиҙарҙы бөтә донъяға билдәле ҡатын-ҡыҙҙар образында һынландыра. Япон тенниссыһы Наоми Осака, ҡытай фотографы Чень Мэн, америка актрисаһы Яру Шахиди, британия моделе Адвоа Абоа, бразилия серфингсыһы Майя Габейраға, шулай уҡ Рәсәй гимнасткаһы һәм телевидение алып барыусыһы Ләйсән Үтәшеваға оҡшатып эшләнгән уйынсыҡтар бар. Был хаҡта билдәле яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. “Бала сағымда яратҡан барби менән уйнағанда, уның тарихының бер өлөшө булыу мөмкинлеген күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Мин был хаҡта хыялландым тип әйтә алмайым. Бәләкәй ҡыҙ өсөн ул ҙур ҡыйыулыҡ булыр ине. 2019 йылда коллекция серияһына ингән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе итеп мине һайланылар. Әлегә тиклем ышана алмайым! Үҙемә шундай һабаҡ алдым: тырышһаң, Яңы йыл төнөндә теләргә ҡыймаған теләктәреңә лә өлгәшеп була”. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: ҡурсаҡ башҡорт ҡыҙына оҡшағанмы, юҡмы? Сығанаҡ: vk.com/liasanutiasheva, buro247.ru