26 июлдә Өфөлә Радий Хәбиров Рәсәйҙең тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Республика Башлығы уларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе үҙенең сығышында Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығы эшенә юғары баһа бирҙе. "Бөгөн ул Волга буйы федераль округында иң яҡшыларҙың береһе булып тора. Был – һеҙҙең хеҙмәт. Ошоноң өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең эшегеҙ, ысынлап та, бик ауыр, яуаплы һәм халыҡ өсөн мөһим. Республиканың юғары дәүләт власы органдары һеҙгә коррупцияға ҡаршы көрәштә партнер булып тора. Берҙәм эште лайыҡлы дауам итергә кәрәк. Террорлыҡ һәм экстремистик йүнәлештәге енәйәттәр беҙҙең өсөн айырыуса хәүеф тыуҙыра. Был йәһәттән тәүәккәллек күрһәтеү мөһим", - тине Радий Хәбиров. Ул тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын байрам уңайынан ҡотланы. Өлкән быуындың беҙҙең өсөн өлгө булып тороуын билдәләне. Тәфтишселәрҙе һөнәри байрамы менән шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйес