Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ике республика нығыраҡ яҡыная

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Татарстан Фәндәр академияһы президенты Рифҡәт Миңлеханов менән осрашты. Унда фән, мәғариф өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыу, шулай уҡ инновациялы проекттарҙы берлектә тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. – Татарстан Фәндәр академияһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Беҙҙең тикшеренеүҙәр йүнәлеше оҡшаш, берлектәге эшмәкәрлекте үҫтереү өсөн мөмкинлектәр ҙур. Бөгөнгө осрашыу артабанғы интеграцияға булышлыҡ итәсәк, – тине Радий Хәбиров. Татарстан Фәндәр академияһы президенты ла төбәк-ара эшмәкәрлектең юғары кимәлен билдәләне. - Бергәләп күп мәсьәләләрҙе хәл иттек, шул иҫәптән тарих, тел, мәҙәниәт, тикшеренеү өлкәһендә әүҙем эшләнек. Беҙ ике республика халҡы берҙәм булырға тейеш тигән ҡарашта, – тине Рифҡәт Миңлеханов. Фото: glavarb.ru