Өфөлә барған “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарында көйәрмәндәр араһында Рәсәй Геройы, илебеҙҙең 113-сө космонавы Сергей Ревинды осратырға мөмкин. Ул ер тирәһендәге киңлектә 125 тәүлек үткәргән. Ә уйындарҙа ул улы Ярослав өсөн “көйә”. Өҫтәүенә, Сергей Ревин – Рәсәйҙең теннис буйынса Сурдлимпия йыйылма командаһының попечителлек советы рәйесе. - Улым менән Башҡортостанда беренсе тапҡыр ғына түгелбеҙ. Осоштарҙан һуң “Яҡтыкүл” һәм “Янғантау” шифаханаларында сәләмәтлегемде нығытҡайным. Был юлы Башҡортостанда икенсе статустамын - Рәсәйҙең теннис буйынса Сурдлимпия йыйылма командаһының попечителлек советы рәйесемен. Бағыусыларҙы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә спорт менән шөғөлләнеүҙәрендә һәм ярыштарҙа ҡатнашыуында булышлыҡ итеүгә йәлеп итергә тырышабыҙ, - тип белдерҙе Сергей Ревин. Улының кисәге сығышы алдынан Сергей Дәүләкән районындағы Аэрокосмик мәктәптә булырға һәм балалар менән осрашырға өлгөргән. Ул Калиновка ауылында урынлашҡан. Ярослав та атаһынан ҡалмаҫҡа тырыша, тенни