Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров нимә тураһында хыяллана?

Бөгөн Өфөлә барған “Аҡыллы ҡала. Беҙҙең киләсәк” II Бөтә Рәсәй йәштәр форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыйында ҡатнашыусылар менән аралашҡанда үҙенең хыялы тураһында һөйләне. “Өфө – ҙур ҡала, эре организм һәм беҙ, һис шикһеҙ, аҡыллы ҡалаға хас булырға тейешле бөтә элементтарҙы үҫтерәбеҙ. Был эштең осо-ҡырыйы юҡ, сөнки йыл һайын яңы технологиялар, сервистар барлыҡҡа килә, улар кешеләрҙең тормошон яҡшырта барыуға йүнәлтелгән”, – тине Радий Фәрит улы. Үҙ хыялы тураһындағы һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров Башҡортостандың, бөтә Рәсәй кеүек үк, халыҡ тормошо өсөн уңайлы биләмәгә әйләнеүе тураһында хыялланыуын һөйләне. “Был биләмәлә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, транспорт, дәүләт хеҙмәтләндереүе, хәүефһеҙлек яҡшы кимәлдә булырға тейеш. Беҙҙең хыял ғәмәлдә ябай һәм ҡул менән тотоп ҡарарлыҡ – таҙа урамдар, һәйбәт парктар, торлаҡ-коммуналь ойошмаларҙың тейешенсә эшләүе..." – тине республика етәксеһе. Фото: “Башинформ”.