11-13 августа Баймаҡ районында үтәсәк «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә «Оҫталар ҡаласағы» халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе ойошторола. Башҡортостан Республикаһының 20-нән ашыу оҫтаһы сүкеп эшләнгән, эйәр һәм ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтары, һунар һәм хәрби әйберҙәре , «Сергетыш»тың төрлө төрҙәре менән таныштыра. - «Оҫталар ҡаласағы» күргәҙмәһе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале барышында ойошторола, унда Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән, шулай уҡ республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡунаҡтарҙың һәм ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә. Шуға күрә беҙ уларға халҡыбыҙҙың халыҡ ижады төрлөлөгөн, уларҙың эше ни тиклем матур һәм аутентик икәнен күрһәтергә теләйбеҙ, - ти Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаева. "Башҡорт аты" байрамына килегеҙ, күрегеҙ һәм ҡатнашығыҙ! Автор фотоһы