Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тыуған яҡтың аҡ балсығы иҫтә...

Юридик фәндәр докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Фәндәр академияһының гуманитар бүлеге ағзаһы, 2013 – 2018 йылдарҙа – Рәсәй сенаторы. Бынан тыш, Рәсәй этнологтар һәм антропологтар ассоциацияһының, өс ижади ойошманың вәкиле. Хәҙерге ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостандағы вәкиллеге етәксеһе. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшмәкәрлеге хоҡуҡ һаҡлау, дәүләтселек өлкәһе менән бәйле булыуға ҡарамаҫтан, күңелендә ижад талпыныуҙары йөрөткән шәхес – Рафаил Нариман улы Зинуров. 70 йәшлек юбилейы уңайынан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ. – Рафаил Нариман улы, йәмәғәтселек һеҙҙе күберәк хоҡуҡ һаҡлау белгесе, ошо юҫыҡтағы ғалим, унан дәүләт эшмәкәре тип белде, ә һеҙ бик тә ижади күңелле шәхес булып сыҡтығыҙ: шиғырҙар, хикәйәләр яҙаһығыҙ, скульптуралар әүәләйһегеҙ. Бер юлы өс ижади ойошмала – журналистар, яҙыусылар һәм рәссамдарҙыҡында ағза булып тораһығыҙ. Бер үк кешелә ике төрлө булмыш – етдилек, аныҡлыҡ талап иткән ғүмерлек һөнәре һәм хис-тойғо өҫтөнлөк иткән ижади башланғыс – нисек һыйышып йәшәй ала? Күңелегеҙҙең ижад талап иткәнен ҡасан аңлап, нисек был шөғөлдәргә тотоноп киттегеҙ? – Электән, йәшерәк сағымдан уҡ, бындай ынтылышым бар ине. Үҙебеҙҙең Ҡоролтайҙа депутат булғанда ла, прокурор хеҙмәтендә лә һындар эшләү менән мауыға, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына торғайным. Радионан мин тәржемә иткән Фирҙәүси әҫәрҙәренең дә яңғырағаны булды, уларҙы мәшһүр артисыбыҙ Әхтәм Абушахманов уҡыны, хикәйәләремде лә тапшыралар ине. Тарих менән ныҡ ҡыҙыҡһындым, башҡорт ихтилалдары, индеецтарҙың күтәрелештәре айырыуса арбай ине. Беҙ йәш саҡта индеецтар тураһында фильмдар күрһәтелә торғайны, шуның шауҡымымы, тәүге эшләгән һындар ҙа ошо ҡаһарман халыҡтың батырҙары булды. Тора-бара донъяның башҡа халыҡтары тарихын өйрәнә, уларҙың шәхестәренең һындарын әүәләй башланым. Хәҙер төрлө заманса материалдар ҡулланып эшләйем, ә иң тәүҙә тотонғаным тыуған ауылымдың аҡ балсығы булды. – Әйләнә-тирәгеҙҙә үҙегеҙҙе скульптор итеп һанауығыҙҙы нисек ҡабул итәләр, сәйерһенеп ҡараусылар ҙа барҙыр?.. – Эйе, төрлөһөн ишетергә тура килә, “юҡ менән булышаһың” тиеүсе­ләр ҙә етерлек. Дәрт­ләндереүселәр, яҡшы һүҙҙәр әйтеүсе­ләр ҙә бар, әлбиттә. Әммә был шөғөл күптән күңел талабыма әйләнгән, тарихи шәхестәргә һоҡланыуымды, ихтирамымды еткергем, улар хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереүгә ҡулымдан килгән өлөштө индергем килә. Әлегә Башҡортостанда һигеҙ урында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарына, һуғыш осорондағы тиңһеҙ ҡаһарманлыҡҡа арналған скульптуралар ҡуйылған: Стәрлебашта – Ҡаранай Моратовҡа, Ҡырмыҫҡалыла – Ҡәнзәфәр Усаевҡа, Көйөргәҙелә – Кинйә Арыҫлановҡа, Шишмәлә – Ҡәнзәфәр бейгә, Әбйәлилдә – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмә­тенә “Урал батыр тоҡомо”, Яңауыл райо­нында – “Тыл хеҙмәтсәндәренә”, Иглинда, тыуған ауылым Түбәнге Ләмәҙҙә – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға, Миәкәлә генерал Миңлеғәле Шаймора­товтың яуҙашы полковник Нафиҡовҡа эшләгән һәйкәлдәр тора. – Был скульптураларҙы эшләү өсөн тарихи дәлилдәр эҙләргә, геройҙарҙың тормош юлын өйрәнергә кәрәк, тимәк, әллә күпме хеҙмәт аҡтарыу, архивтарҙа ултырыу талап ителә. Яуаплы вазифаларҙы алып барған көйө, ошо ҡәҙәре эштәргә ҡайҙан ваҡыт таба инегеҙ? – Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Тарихи шәхестең образын асыу өсөн ул замандағы йәшәү рәүешен күҙ алдына килтерергә, осорҙоң һулышын тойорға, кейем үҙенсәлектәренә, ҡиәфәтенә лә ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Батырҙың йөҙөнөң һәр һыҙаты, мимикаһы уның көслө булмышын, характерын асыуға булышлыҡ итергә тейеш. Бөтәһен бер епкә теҙгәс кенә геройҙың тулы образы, уның нисек һынланырға тейешлеге күҙ алдына баҫа. Әлбиттә, төрлө сығанаҡтарҙы барлар­ға, сағыштырырға, фекер тупларға тура килә. Бер темаға “төшөп киттем” икән, ул бөтөн булмышымды солғап ала, уға баш­көллө бирелә торған ғәҙәтем бар. Ваҡытҡа килгәндә инде, шул төп эшеңдән ҡалғанды бүләһең, бер минутын да бушҡа үткәр­мәйһең. Әйтәйек, мин телевизор ҡарарға ла ваҡытымды йәлләй торғайным, был ҡиммәтле мәлде бушҡа сарыф итеү, хатта үҙем алдында енәйәт кеүек тойола ине. – Һөнәремде дөрөҫ һайламағанмын, тип үкенгәнегеҙ булманымы? Ижади булмышығыҙҙы бәпләп, ошо йүнәлештә китһәгеҙ, бәлки, әле республикала танылған скульптор булыр инегеҙ? – Юҡ, үкенмәнем, тип ныҡлы әйтә алам. Хоҡуҡ һаҡлау даирәһендә эшләү ул ҙур тәжрибә бирә: тормошҡа киңерәк ҡарарға, кешеләрҙе өйрәнергә, уларҙың холоҡтарын асырға ярҙам итә, ваҡиғаларға анализ эшләргә, баһаларға өйрәтә. Мин хәҙер, әйтәйек, кеше менән аҙ ғына аралашҡас та уның ниндәйерәк – ихласмы, түгелме, тар күңеллеме, әллә йомартмы икәнен тойомлай алам. – Әлеге мәлдә тағы ниндәй халыҡтарҙың үткәне менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ? – Бөгөнгә яҡуттарҙың тарихы буйынса ике томлыҡ китапты тамамланым. Тәүгеһе – XVII быуаттағы ихтилалдарына, икенсеһе милли батырҙары Василий Манчаарыға арналды. Китаптар әле Яҡутстанда баҫылыу өҫтөндә. В. Манчаарыҙың бюсын эшләп, барған сағымда бүләк итеп киттем, шул ҡәҙәр шатландылар. Тағы ла Ҡаҙағстандың боронғонан бөгөнгөгә хәтлемге тарихы буйынса беренсе томды яҙып бөттөм, шундай уҡ алым – шиғри юлдар менән. – Ә ни өсөн тап робағи менән эш итәһегеҙ? Ул һеҙгә яҡыныраҡмы, әллә башҡа өҫтөнлөгө бармы? – Ысынлап та, берҙән, яҡыныраҡ, икенсенән, ҡәҙимге формала ижад ителгән хеҙмәттәр күп. Ә, өсөнсөнән, һәм был хатта иң мөһим сәбәптер ҙә – был алым күләмле фекерҙе ҡыҫҡараҡ әйтергә, йәғни әҙ һүҙгә күберәк ваҡиғаларҙы һыйҙырырға ярҙам итә. – Һеҙ Әрмәнстан тарихы буйынса ла шиғри юлдар, робағи менән яҙылған фундаменталь баҫма – өс томлыҡ баҫтырып сығарғайнығыҙ. Ошо арала иһә үҙ төбәгебеҙҙең үткәне тураһында шундай уҡ юл менән ижад ителгән “Яҙмыштар китабы. Башҡортостандың шиғыр менән яҙылған боронғонан хәҙергә тиклемге тарихы” тигән рус телендәге хеҙмәтегеҙҙең исем туйы уҙҙы. Шул хаҡта ентеклерәк һөйләп үтһәгеҙ ине. – Был китапҡа ун йылдан ашыу ваҡыт китте. Халҡыбыҙҙың тарихын яҙыу өсөн ҙур күләмле архив материалдарын, ғилми хеҙмәттәрҙе өйрәнергә, хатта фәнни тикшеренеү үткәрергә тура килде. Ысынбарлыҡтағы ваҡиғалар, тарихи шәхестәр тураһында шиғри тел менән – Көнсығыш әҙәбиәтендә борон киң билдәле булған алым – робағи рәүешендә бәйән иттем, шиғырҙар 11 ижекле юлдарҙан тора. Фән менән әҙәбиәтте берләштерергә тағы йөрьәт иттем, тиергә мөмкин. Китапты үҙем яһаған скульптураларҙың фотоһүрәттәре, ҡулдан эшләгән һүрәттәр менән биҙәнем. – Күп төрлө талант эйәһе икәнегеҙ асыҡ хәҙер, шулай ҙа бөтәһе лә белеп еткермәгән йәнә берәй һәләтегеҙ ҙә барҙыр әле? – Бар (көлә – авт.) саксофонда уйнай беләм. Был да күптәнге ынтылышым ине. Шәхси дәрестәр алып, ниһайәт, был теләгемде лә тормошҡа ашырҙым, шөкөр. – Хеҙмәт һәм ғүмер юлығыҙ бай, ижади ҡомарығыҙ көслө. Ә ниндәйҙер маяҡ булып торған теләгегеҙ, маҡсатығыҙ бармы? – Бар, әлбиттә. Ул беҙҙең мил­ләтебеҙгә бәйле. Тарих менән мауыҡ­ҡас, төрлө халыҡтарҙың үткәнен, бөгөнгөһөн барлағас, шундай хыял тыуа: башҡорт тураһында ла тотош донъяла белһендәр ине! Шул тиклем данлы, шанлы беҙҙең тарих, иҫ китмәле, ә ниндәй шәхестәре бар! Әлеге лә баяғы, индеецтар менән параллель үткәрмәйенсә хәл юҡ: улар хаҡында бөтөн донъя белә, таный, фильмдар төшөрөлгән, әҫәрҙәр яҙылған. Башҡорттоң да бит шундай уҡ бөйөк тарихы бар, заманында башҡа күп халыҡтарҙың тормошонда ниндәй мөһим урын биләгән, ә бөгөн килеп уның тураһында бөтөнләй белмәгән, ишетмәгән кешеләр бар. Был ғәҙел түгел. Бөйөк халҡыбыҙ хаҡында белеүҙәре, уның тарихына баһа бирелеүе зарур. Үҙемсә, ошоноң өсөн ҡулдан килгәнде эшләргә, тари­хыбыҙ тураһында киңерәк ҡатлам­дарға еткереүгә өлөш индерергә ине, тип хыялланам. Ә шәхсән яҡҡа килгәндә, маҡсатым ябай – үҙем булып ҡалыу, асылыма тоғро булыу. – Арҙаҡлы ғалимыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр һеҙҙең уникаль китаптарығыҙ тураһында: “Замандаш ғалим Рафаил Зинуровтың тарихи, шиғри хеҙмәттәренең үҙенсәлеге шунда: эштәрен ул үҙе төшөргән һүрәттәре йәки тарихи шәхестәрҙең үҙе ҡойған скульптур һындары һүрәттәре менән биҙәй. Авторҙың был эштәре һуңғараҡ, бәлки, фәнни-тарихи һәм әҙәби даирәлә яңы йүнәлеш тип тә аталыр. Шиғриәтте мең йылдан ашыуыраҡ дәүерҙе эсенә алған тарихи сығанаҡтарға күҙәтеү менән ҡуша үреп алып барыуҙы тәүгә күрәбеҙ. Өҫтәүенә, авторҙың сығанаҡтар менән эшләү тәртибе заманса фәндә ҡабул ителгән бар талаптарға ла яуап бирә. Хәҙерге ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә һәм яҙыусыларҙың ижадында был – яңы күренеш”, – тип яҙа. Һәр ике яҡта ла күләмле хеҙмәтегеҙ танылыу тапһын, тип теләйбеҙ, Рафаил Нариман улы! Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА