Йәйгеһен балаларға иғтибар бермә-бер кәмей. Атай-әсәй, ололар – эштә, ә каникулдағы бала үҙенә үҙе шөғөл табып, нисек теләй, шулай ваҡыт үткәрә. Был осорҙа уларҙы хәүеф-хәтәрҙән нисек араларға? Балалар психологтары өгөт-нәсихәтте ситкә ҡуйырға тәҡдим итә, сөнки һеҙ әйткәндең күп өлөшөн бала барыбер ишетмәйәсәк. Уға шәхси өлгө күрһәтеү, бергәләп төрлө темаға һөйләшеү, уйнау яҡшыраҡ, төрлө хәүефле осраҡтарҙа үҙеңде нисек тоторға өйрәтеү, хатта күрһәтеү зарур. Тәҙрәләр Республикала ошо йылдың тәүге яртыһында тәҙрәнән ҡолап төшөп, биш бала яҡты донъя менән хушлашҡан, 19-ы төрлө тән йәрәхәте алған. Тәҙрәнән осоп төшөү осраҡтары айырыуса эҫе көндәрҙә йышая. Фажиғәгә тарымаҫ өсөн нимәләргә иғтибар бирергә? Беренсенән, москит селтәренә ышанмағыҙ! Балалар күп осраҡта тап шуларға таянам тип осоп төшә. Москит селтәре ҡуйылған тәҙрә – шул уҡ асыҡ тәҙрә ул! Тәҙрәгә махсус фиксаторҙар ҡуйығыҙ. Улар тәҙрәне бер нисә сантиметрҙан артыҡ асырға мөмкинлек бирмәйәсәк. Икенсенән, насар өлгө күрһәтмәгеҙ