Әбйәлил районының йәмле Ҡыҙыл буйында бер юлы ике ҙур республика сараһы булды: инде икенсе тапҡыр ойошторолған “Ер ҡото” этномәҙәни илһөйәрлек фестивале һәм “Ҡомартҡы” этник йәштәр форумы. Әйткәндәй, тәүгеһе башлыса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә арналды. Халыҡ дауалаусылары ла тап улар менән күберәк эшләргә, мөмкин тиклем йәндәрен, тәндәрен имләргә тырышты, ҡулдарынан килгәнсә баҡты, күңелдәрен сафландырҙы. Бер-беребеҙҙе хәстәрләүгә ынтылыш — ҡаныбыҙҙа Элек-электән халҡыбыҙ араһында шифалы доғалары менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡҡан, эс һылаған, һөлөк һалған, өйҙө таҙалаған, ҡот осоуҙан шәбәйткән кешеләр, шулай уҡ кендек инәйҙәре булған. Улар төрлө йүнәлештә эш итеп, барыһын да кешеләрҙең сәләмәтлеге өсөн башҡарған. Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. Был юлы ла “Ер ҡото” йөҙҙән ашыу имсене, халыҡ ижады, тормош-көнкүреш йолалары менән ҡыҙыҡһынған, уларҙы өйрәнгән кешеләрҙе бергә тупланы. Фестиваль тантаналы асылғас, ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева майҙанға йыйылған халыҡ менән берлектә еребеҙгә ҡот-бәрәкәт теләү йолаһын башҡарҙы. Илһөйәрлек фестивалендә Санкт-Петербург, Өфө, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, Саҡмағош, Миәкә, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Әбйәлил һәм башҡа райондарҙан килгән халыҡ дауалаусылары ҡатнашты. Сараны төп ойоштороусыларҙың береһе – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды етәксеһе һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, төп бурыс – әлеге ваҡытта тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Сара барышында хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса хәйриә акцияһы ойошторолдо, Өфөнән килгән белгестәр юридик, психологик, медицина ярҙамы күрһәтте. Былтыр Әбйәлил, Баймаҡ райондарында үткән “Ер ҡото” этномәҙәни фестивалендә башлыса йәмғиәт ҡарамағындағы “Халыҡ дауалаусылары” мәктәбе булдырылғайны. Һәр район һәм ҡаланың халыҡ дауалаусыларын бергә туплап, ковидтан һуң реабилитация үткәреү, халыҡҡа төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү маҡсаты ҡуйылғайны. Быйыл иһә, алда әйтеүебеҙсә, тәүмаҡсат махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү ине. Бөрйән районынан килгән делегацияға урындағы ‘’Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының социаль координаторы Гөлзиә Ҡунафина етәкселек итте. Әйтеүенсә, улар махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына ярҙамды даими туплап ебәрә, яугирҙәрҙең ғаиләләре менән ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Әлеге сараға район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Рәмилә Салауатова, хакимиәт вәкиле Әлфиә Бәшәрова ла килгәйне. – 17 мең кеше йәшәгән Бөрйәндән махсус хәрби операцияла бик күп ир-егетебеҙ ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш кенә улдарыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Бәләкәй генә Тимер ауыл биләмәһенән типһә тимер өҙөрлөк 12 ир-егет мобилизация буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Райондың һәр ауылында ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙы ойоштора, уларға аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, кәрәк-яраҡ туплай, өй ризыҡтарын әҙерләп, бауырһаҡ, һалма, бал, шифалы үләндәр, маскировкалау селтәрҙәре, тәгәрмәсле мунса, “УАЗ” машиналары һ.б. ебәрә. Район хакимиәте башлығы үҙе шәхсән яугирҙәребеҙ янына барып, хәлдәрен белешә, проблемаларын өйрәнә, ғаиләләренә ниндәй ярҙам кәрәклеген һорашып, уларҙы хәл итә. Илгә килгән ҡаза халҡыбыҙҙы нығыраҡ берләштерҙе. Ауырлыҡты бергә күтәргәндә генә еңеп сығырға мөмкин икәнлеген аңлайбыҙ һәм ҡулдан килгәнсә бар яҡлап ярҙам итәбеҙ. Беҙ, милләт әсәләре, һәр әсәнең улы, һәр ҡатындың ире, балаларҙың ҡәҙерле атайҙары иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, – тине Рәмилә Салауатова. Әйткәндәй, һәр район һәм ҡалала “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының социаль координаторы бар, улар махсус хәрби операция ветерандарына, уларҙың ғаиләләренә һәм һәләк булған яугирҙең ғаилә ағзаларына социаль булышлыҡ ҡыла, дәүләт фондында ярҙам бушлай күрһәтелә. “Кемгәлер ярҙам итә алһам, үҙемде бәхетле тоям” Бында һәр кем күңелен сафландырырға, ауыртҡан ерен имләргә, төрлө оҫталыҡ дәрестәрен күрергә, ғалимдар, фольклорсылар менән яҡындан аралашырға килгән. Былтыр “Ер ҡото”нда ҡатнашыусыларға шифалары тейгәнгәме, күрәһең, күптәр үҙ дауалаусыларын эҙләп, фәҡәт уларға күренергә тырышты, икенселәр халыҡ дауалаусыларына сиратҡа баҫты. Һәр ваҡыттағыса, Баймаҡ районынан тотош делегация әүҙем эшләне. Ундағы “Халыҡ дауалаусылары” мәктәбе етәксеһе урынбаҫары, Билал ауылында йәшәгән, кешеләрҙе дауалаған Гөлфиә Ғайсинаның янында кешеләр айырыуса күп ине. – Кем ярҙам һорап мөрәжәғәт итһә, барыһына ла ҡулымдан килгәнсә булышлыҡ күрһәтәм, дауалайым. Һуңғы ваҡытта махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән эшләйем, уларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтәм. “Ер ҡото”нда икенсе тапҡыр ҡатнашам. Халыҡ дауалаусылары өсөн яҡшы һәм кәрәкле сара, бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, көс, дәрт алабыҙ. Ҡабул иткәндә, кешенең энергетикаһы төрлөсә: кемделер ҡарағандан һуң үҙеңдә көс кәмеүен һиҙергә мөмкин, кемдер ҡара уйлы була, ниндәйҙер боҙом эшләтелгәндәре лә осрай, – ти Гөлфиә Фәйез ҡыҙы. – Мин кемгәлер ярҙам итә алһам, үҙемде бик бәхетле тоям. Тормошта тулы гармонияла йәшәргә тырышығыҙ, үҙегеҙгә сик ҡуймағыҙ, кешеләргә яманлыҡ ҡылмағыҙ. Ул сағында тормошоғоҙ ҙа матур, һаулығығыҙ ҙа шәп булыр. Баймаҡ ҡалаһынан килгән классик массаж яһау оҫтаһы – эске ағзаларҙы һәм быуынды ултыртҡан, эс һылаған, хиджама эшләгән, һөлөк һалған Гөлназ Баймырҙинаға сиратҡа баҫҡандар иң күбе булғандыр. Һәр кемде ихлас ҡарап, сирен әйткән был ханым 2014 йылдан алып массаж яһау менән шөғөлләнә. – Был һәләт миңә өләсәйемдән бирелгәндер, тип уйлайым, – ти Гөлназ Әҡсән ҡыҙы. – Уны күптәр яҡшы белә, Йомаш ауылында кендек инәйе тип тә йөрөттөләр. Даими рәүештә төрлө массаж яһау өлкәһендә белемемде камиллаштырыу маҡсатында әленән-әле уҡыйым, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, сертификаттар алдым. Баймаҡта үҙ эшемде астым, бер бүлмәне ҡуртымға алып, кешеләрҙе ҡабул итәм. Бөгөнгө сара кәрәк. Бер-беребеҙҙән оҫталыҡҡа өйрәндек, тәжрибә уртаҡлаштыҡ, айырым төркөм булдырҙыҡ. Электән ишетеп белгән, күрергә теләгән массаж яһаусылар менән аралаштым. Был сара үҙе ҙур көс һәм иғтибар талап итә, халыҡ та имселәргә күренергә тырыша, шуға күрә мин уны үткән йылдағы кеүек айырым, ниндәйҙер башҡа сараға ҡушып үткәрергә кәрәкмәй, тигән фекерҙәмен. Киләсәктә ойоштороусылар был хаҡта уйлап эш итер, тигән ышаныстамын. Өмөтбай ауылының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Әнүзә Мәжитова ла имселәрҙе алып килгән. Миңлегөл Ҡужәхмәтова менән Гөлсәсәк Һибәтуллина – ауылдың дауалаусы инәйҙәре. Мәҫәлән, Гөлсәсәк Һибәтуллина массаж эшләй, өшкөрә, Миңлегөл инәй мейе ҡаға, быуын ултырта. Баймаҡ районында йәшәгән күп ҡатын-ҡыҙға әсә бәхетен татырға ярҙам иткән, имам нәҫеленән булған Зәйтүнә Һиҙиәтованы байтаҡ кеше ишетеп беләлер. Әсәләренең доға тылсымы, ҡулдарының име бөгөн ҡыҙҙарына ла күскән. Улар – Мәзүнә Маннапова, Дилара Рафиҡова һәм Хәмдиә Шәһәрғазина ошо юлды лайыҡлы дауам итә. Мәзүнә Мөхөтдин ҡыҙы мануаль массаж менән шөғөлләнә, Дилара апай өшкөрә, балаларҙы ҡарай, ә Хәмдиәләре боронғо ысул менән тән һылау алымдарын үҙләштергән. Быйыл да улар “Ер ҡото”нда ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашты. Баймаҡ районының Сосновка ауылынан килгән Баҙыян Рәхмәтуллинаға ла күптәр сиратҡа баҫты. Ул имләй, мейене ҡаға. Шулай уҡ тилбер, шифалы ҡулдары менән массаж эшләп дауалаған, Дәүләт ауылынан килгән Һиҙиәт Лоҡмановҡа мөрәжәғәт итеүселәр күп булды. Сибайҙан Флүрә менән Урал Торсонбаевтар, Ҡырмыҫҡалы районының Сахай ауылынан Зифа абыстай һәм Рамаҙан хәҙрәт Сәйфуллиндар кешеләрҙе өшкөрөп имләй. Әбйәлил районының Байым ауылынан Фәхрислам Әхмәтйәнов ғүмере буйы халыҡты дауалаған. Белорет медицина училищеһын тамамлап, фельдшер булып оҙаҡ йылдар эшләй, артабан Өфөлә массаж яһау серҙәренә өйрәнә. Бөгөн ул өшкөрөү, йөрәк ултыртыу, мейе ҡағыу, өйҙө таҙартыу (ыҫлау) һәм башҡа халыҡ ысулдарын ҡулланып, кешеләрҙе дауалай. Мине бигерәк тә йөрәк ултыртыуҙың нисегерәк башҡарылыуы һәм ҡайһы ваҡытта эшләнелеүе ҡыҙыҡһындырҙы. Күптәр ололарҙан “йөрәге тайған” тигәнде ишеткәне барҙыр. Был ауырыуҙан дауалауҙың үҙенә күрә байтаҡ ҡына башҡарыла торған ғәмәлдәре бар икән. Беҙҙә элек-электән халыҡ медицинаһы, халыҡ табиптары булған. Был ғәмәлде һәр кем башҡара алмай, сөнки ул һәләт быуындан быуынға тапшырыла, Аллаһ Тәғәләнән бирелгән ниндәйҙер көс-ҡөҙрәт. Һуңғы ваҡытта традицион рэйки кеүек ысулдар менән дә дауалаусылар күбәйҙе, һөлөк һалыусылар, хиджама эшләүселәр ҙә бихисап. Нисек кенә булмаһын, халыҡ дауалаусыларына мөрәжәғәт итеүселәр бар, шуға күрә уларҙы берләштереү, ҡул, тел тылсымын файҙаланыу, күрһәтеү маҡсатында ойошторолған “Ер ҡото” быйыл да күптәрҙе, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе лә, уларҙы зар-интизар булып көткән ғаиләләренең дә тәнен имләп кенә ҡалманы, күңелдәрендә ышаныс, өмөт уятты, һыҡраған йөрәктәрен бөтәйтте, йәшәүгә көс өҫтәне. Быйылғы сараның төп маҡсаты халыҡты берләштереү, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә рухи терәк булыу, илебеҙҙең еңеүен яҡынайтыу һәм йәш быуын күңелендә рух, илһөйәрлек, ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләү ине, һөҙөмтәлә ниәттәр тормошҡа ашты. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды етәксеһе һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина йәмәғәт эшендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бер төркөм яугиргә, бар яҡлап ярҙам ойоштороуға ҙур өлөш индергән әүҙемселәргә Рәхмәт хаттары, “Милләт әсәһе” миҙалдары тапшырҙы. “Ҡомартҡы” ҡомартҡыларға бай булды “Ер ҡото” республика этномәҙәни патриотик фестивалендә “Ҡомартҡы” этник йәштәр форумы ла ойошторолдо. Ул шәжәрәне, халыҡ ижады жанрҙарын, милли уйындарҙы, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен популярлаштырыу, һаҡлау маҡсатында өсөнсө тапҡыр үтте. Ҡомартҡы һүҙе был юлы үҙ эсенә ғәйәт ҙур мәғәнәне алған: быуындар бәйләнешен, нәҫелдәр сылбырын дауам иткән шәжәрәнән башлап боронғо милли кейемдәр, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре, милли ризыҡтар, башҡорт халыҡ йыр-бейеүҙәре, лаҡапсылар конкурсы, “Йыуафест” һәм башҡа бик күп бәйгеләр, башҡорт халҡының милли уйындары, “Әбйәлил батыры” кеүек ярыштар ингән. Әбйәлилдәргә генә хас булған йыуаса бешереү буйынса конкурс берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Был ризыҡты әҙерләүҙең дә үҙ сере бар. Йыуасалар ҙа төрлөсә. Мәҫәлән, Байым ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары Айгөл Әхмәтйәнова, Рәйхана Исламова, Миңсәсәк Аслаева бешергән йыуасалар түңәрәк тә, оҙонса ла, өсмөйөш рәүешендә лә, төрлө ондан бешерелгәне лә бар ине. Беҙҙе бигерәк тә Айгөл Фәрит ҡыҙының рецебы – мәрхүмдәр рухына бағышлап бешергән йыуаса әҙерләү тәртибе ҡыҙыҡһындырҙы. – Йылымыс һыуға бер нәмә һалынмаҫ элек бер тапҡыр “Фатиха”, ете мәртәбә “Аятел Көрси”, “Нәс”, “Ихлас” сүрәләре уҡыла. Кесаҙна һәм йома көндәрендә әруахтарға бағышлана, өйҙә май еҫе сығарыла. Ҡамырҙы баҫыр алдынан тәһәрәтләнергә кәрәк, аҙаҡ “бисмилләһ” әйтеп, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫаһың. Уны йәймәләр рәүешендә бысаҡ тейҙермәй генә йәйәһең, – ти Айгөл Әхмәтйәнова. Халҡыбыҙҙың милли ризығына бағышланған “Йыуаса бешереү” конкурсында Ҡушый ауылынан Фәнүзә Дәүләтова етәкселегендәге команда Гран-при яуланы. Ә бына төрлө ярыштарҙа иң күп мәрәй йыйып, Тупаҡ ауылынан Урал Хызыров “Әбйәлил батыры” исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ “Ҡомартҡы” форумында “Быуын сылбыры”, “Лаҡап тирмәһе”ндә шәжәрәһен өйрәнеүселәр, лаҡапсылар үҙ-ара көс һынашты, башҡорт халыҡ йырҙары, бейеүҙәре, нәфис һүҙ һөйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте, “Урал аръяғы башҡорттары” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. Көн дауамында Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай йөкмәткеле сығыштар булды, халыҡ йәмле Ҡыҙыл буйында халыҡ дауалаусылары ярҙамында күңелдәрен сафланы, йәнен, тәнен имләне, рухын байытты, үҙ йортона, еренә, иленә ҡот алып ҡайтты. Кәримә УСМАНОВА Әбйәлил районы.