Найти тему
Башҡортостан гәзите

14 йәшлек үҫмер батып үлгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, кисә Благовещен районының Ильино-Поляна ауылында фажиғәле хәл теркәлгән. Аталы-уллы Иҙәк йылғаһында балыҡ тоторға төшкән. Көтмәгәндә, малай һыуға төшкән һәм батҡан. 2009 йылғы бәлиғ булмаған малайҙы һыуҙан атаһы сығарған. Тағы ла бер бәхетһеҙ осраҡ Учалы районының Илсеғол ауылында Улекүл буйында теркәлгән, 1988 йылғы ҡатын батып үлгән. Ике осраҡта ла һыу инеү өсөн урындар йыһазландырылмаған. Әле хәл-ваҡиғалар торошо асыҡлана. Ваҡиға буйынса оператив-тикшереү саралары үткәрелә. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәгеҙ, балаларҙы яр буйында яңғыҙ ҡалдырмағыҙ! Фото: "Википедия"