Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аҡыллы ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә булһындар

Бөгөн Өфөлә ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы трансформациялау буйынса IV Халыҡ-ара “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” форумы һәм II Бөтә Рәсәй “Аҡыллы ҡала: беҙҙең киләсәк” йәштәр форумы эшен башланы. Сараны ойоштороусылар – Рсәйҙең Төҙөлөш министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, “Аҡыллы ҡала” компетенциялар үҙәге. Форум Рәсәй Хөкүмәте Вице-премьеры Дмитрий Чернышовтың тәбрикләү һүҙҙәрен тапшырыуҙан асылды. “Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлыҡтарына ошондай олуғ форумды Өфөлә үткәреүҙе ышанып тапшырғандары өсөн рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләү сығышында. – Был залда бөгөн уникаль кешеләр йыйылған, сөнки “Аҡыллы ҡала” – ғәмәлдә киләсәккә ынтылыш форумы ул. Беҙ ҡалаларҙы төҙөкләндереү менән даими шөғөлләнәбеҙ, әммә аҡыллы ҡала төшөнсәһе киңерәк мәғәнәлә ҡулланыла. Беҙҙә һәр төрлө программалар күп һәм киләсәк ҡаланы төҫмөрләткән элементтарҙы уларҙа йыш осратырға мөмкин. Улар ҡала халҡының һәм килгән ҡунаҡтарҙың тормошон уңайлыраҡ итә барыуға тәғәйенләнгән. Бөгөн иртән тәфтиш органдарының кәңәшмәһендә ҡатнаштым. Унда ауыр енәйәттәрҙе асыуҙа күҙәтеү камераларының ярҙамы ҙур булыуын билдәләп үттеләр. Бындай камералар ҙа аҡыллы ҡала элементтарының береһе булып тора. Тимәк, ҡалалар аҡыллы ғына түгел, ә хәүефһеҙерәк тә була барырға тейешле. Был һәм башҡа йүнәлештәрҙә беҙ өҙлөкһөҙ һәм комплекслы үҫә барырға бурыслыбыҙ.” Программала пленар ултырышы, Бөтә Рәсәй йәштәр хакатоны, күргәҙмәләр, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, “Урал рухы, Евразия йөрәге” туры һәм башҡа саралар ҡаралған. Форумдың төп маҡсаты – бизнес менән властың тура диалогы, йәштәрҙе урындағы әһәмиәткә эйә мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ылыҡтырыу. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.