Өсөнсө йыл рәттән Башҡортостан Республикаһы ауыл ипотекаһын ҡулланыу буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр иҫәбендә. Ауылда йәшәргә теләүселәргә ташламалы кредит 2020 йылдан алып «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә бирелә. Программа Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла. — 2023 йылдың беренсе яртыһында «Ауыл ипотекаһы» программаһы менән 1 миллиард 161 миллион һум күләмендә ташламалы кредиттар бирелгән, 450 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Дәүләт программаһында ҡатнашыу шарттарын киңәйтеү буйынса ил Хөкүмәте ҡарар сығарҙы, һөҙөмтә булараҡ төбәктә ауыл ипотекаһын биреү темптарының көсәйеүен көтәбеҙ. Хәҙер ташламалы кредит күләме 3 миллион һумдан 6 миллион һумға тиклем артасаҡ, шулай уҡ кредитты Ауыл хужалығы министрлығы билдәләгән төп тораҡ пункттарҙа күп ҡатлы йорттарҙа фатир һатып алыуға тотонорға мөмкин, — ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов. Башҡортостанда ауыл ипотекаһының төп операторы — Рәсәй ау