БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса һорауҙар ҡаралды. Проект ҡаланы һыу менән тәьмин итеү системаларының өҙлөкһөҙ эшләүенә, авариялар һанын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. – 2022 йылда Рәсәй Федерацияһының төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы милли именлек Фонды иҫәбенә проектарҙы финанслау буйынса 18 ғаризаны хупланы. Уның сиктәрендә алты миллиард һумдан ашыу аҡса фонд тарафынан йәлеп ителде, – тине Андрей Назаров. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, эштәр графикка ярашлы бара. Фото: pravitelstvorb.ru