Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәскәү ҡунағы тармаҡ эшмәкәрлеген баһаланы

Өфөгә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Павел Пугачев килде. Ул республиканың бер нисә медицина учреждениеһында булды. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, Мәскәү ҡунағы иң тәүҙә Стуколкин ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараған. “Был заманса ФАПта телемедицина консультацияларын, диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын ойошторабыҙ. Һанлаштырыу фельдшерға электрон рецепт яҙырға, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асырға, электрокардиограмма яһарға һәм уны функциональ диагностика табибына дистанциянан тороп тапшырырға ярҙам итә. Павел Пугачев 13-сө ҡала дауаханаһында табипҡа тиклем ҡабул итеү кабинеты менән танышты, үҙ аллы медицина тикшеренеүенә яҙылып ҡараны, тар белгестәргә яҙылыу мөмкинлеген тикшерҙе. “Беҙ ҡунаҡтарға көн һайын 32 меңдән ашыу анализ үтәлгән үҙәкләштерелгән клиник-диагностика лабораторияһының нисек ойошторолоуын күрһәттек. Министр урынбаҫары проблемалы урындарҙы асыҡларға һәм анализларға мөмкинлек биргән күрһәткестәрҙең уңайлы визуализацияһын билдәләне”, – тип хәбәр итте Айрат Рәхмәтуллин. Кардиология үҙәгендә идара итеү үҙәгенең йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе менән нисек эш итеүен күрһәттеләр. Белгестәр дистанциянан тороп консультация биреү, диспансер күҙәтеүе, киҫкен коронар синдромлы пациенттарҙы маршрутлауҙы контролләү хаҡында һөйләне. Мәскәү ҡунағы бөгөн “Аҡыллы-ҡала– аҡыллы ил” форумында ҡатнашасаҡ, хеҙмәттәштәре менән һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу хаҡында фекер алышасаҡ. Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.