Өфөлә барған йәйге сурдлимпия уйындарында баскетбол буйынса ярыштарҙа Рәсәй командаһы Үзбәкстан спортсыларын еңде. Белоруссия баскетболсылары Иордания командаһын 110:50 иҫәбе менән “ҡыйратты”. Рәсәй-1 илебеҙҙең тағы бер Рәсәй-2 командаһын 105:35 иҫәбе менән еңде. Ә Санкт-Петербург командаһы Беларусь спортсыларынан 49:71 иҫәбе менән еңелде. Йөҙөүгә килгәндә, ирекле стиль, арҡала йөҙөү, баттерфляй, ирекле стилдә эстафета буйынса ун миҙал уйнатылды. Теннис буйынса ярыштар – Р. Зорге урамындағы 1-се теннис клубында, волейбол буйынса уйындар “Динамо”ла булды. Рәсәй-1 һәм Рәсәй-2, Ҡырғыҙстан һәм Белоруссия командалары ҡатнашты. Гандболда Рәсәй-1 һәм Рәсәй-2, Үзбәкстан, ир-егеттәр араһында Әрмәнстан менән Кения, Үзбәкстан Рәсәй менән осрашты. Матчтар "Астра" спорт клубында уҙҙы (Ростов урамы, 16/1 ). Греко-рим көрәше буйынса һигеҙ миҙал “Башҡортостанда спорт көрәше” спорт мәктәбендә (Октябрь проспекты, 84/4). Урмансылр паркында иһә спорт ориентирлауы (классика) буйынса ике миҙал уйнатылды. Бы