Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ярыштар алты майҙансыҡта бара

Бөгөн Өфөлә барған йәйге Сурдлимпия уйындарында туғыҙ спорт төрө буйынса миҙалдар уйнатыла. Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә баскетбол һәм йөҙөү буйынса ярыштар үткәрелә. Рәсәй һәм Иордания, Үзбәкстан һәм Белоруссия ир-егеттәр баскетбол командалары осраша. Һуңғараҡ Рәсәй менән Белоруссияның гүзәл зат вәкилдәре майҙанға сыға. 1-се теннис клубында матчтар үткәрелә. Спорт ориентирлауы буйынса алыштар “Биатлон” спорт үҙәгендә була. “Динамо”ла үткәреләсәк волейбол буйынса матчтарҙа Рәсәй менән Белоруссияның, “Рәсәй субъекттары йыйылма командаһы” һәм Ҡырғыҙстан командалары осраша. Гандбол буйынса ярыштарҙа Рәсәйҙең һәм “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы” майҙанға сыға. Артабан Рәсәй һәм Әрмәнстан, Рәсәй-2 менән Үзбәкстан ҡатын-ҡыҙҙар командалары беренселек өсөн алыша. “Астра”ла - атыу, “Мегаполис”та боулинг буйынса боулинг буйынса ярыштар була. Бөгөн тағы еңел атлеттар ярыша. Автор фотоһы.