Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Иң ныҡ борсолғаны - һеңлем"

Күптәрҙе 58 йәшлек йырсының кинәт кенә махсус хәрби операцияға юлланыуын аңламай ҙа ҡалды. Йырсының яратҡан тамашасылары социаль селтәрҙә төрлө һорауҙарын яуҙырҙы. Ошо көндәрҙә билдәле йырсы Радик Динәхмәтов "Уфа1.ру"ға биргән интервьюһында һайлаған юлының сәбәптәрен әйткән. Баҡтиһәң, йырсы махсус хәрби операция батальондарының береһендә хәрби оркестр йыйылыуы хаҡында ишетеп ҡала. Һәм шунда уҡ документтарын алып, хәрби комиссариантҡа бара. Бөтәһе 17 артист килергә тейеш була, әммә хәрби әҙерлек үткәндә унан башҡа музыканттың булмауы асыҡлана. "Шулай итеп, минән башҡа музыканттар булмай сыҡты. Шуға күрә мине медицина взводына санитар итеп ебәрергә ҡарар иттеләр. Ә бында бойороҡтар "не обсуждаются". Хәҙер полигонда, медицина һәм хәрби тактикаға өйрәнәбеҙ", - тигән Радик Динәхмәтов. Йәшенә ҡарамаҫтан, йырсы хәрби хеҙмәт өсөн яраҡлы. Ул үҙен һәр саҡ спорт менән дуҫ булыуын, йәйәү йөрөүен, тәмәке һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланмауын да белдергән. "Әсәйем доға ҡылып ҡалды, ғаиләм , ҡыҙым да и

Күптәрҙе 58 йәшлек йырсының кинәт кенә махсус хәрби операцияға юлланыуын аңламай ҙа ҡалды. Йырсының яратҡан тамашасылары социаль селтәрҙә төрлө һорауҙарын яуҙырҙы. Ошо көндәрҙә билдәле йырсы Радик Динәхмәтов "Уфа1.ру"ға биргән интервьюһында һайлаған юлының сәбәптәрен әйткән. Баҡтиһәң, йырсы махсус хәрби операция батальондарының береһендә хәрби оркестр йыйылыуы хаҡында ишетеп ҡала. Һәм шунда уҡ документтарын алып, хәрби комиссариантҡа бара. Бөтәһе 17 артист килергә тейеш була, әммә хәрби әҙерлек үткәндә унан башҡа музыканттың булмауы асыҡлана. "Шулай итеп, минән башҡа музыканттар булмай сыҡты. Шуға күрә мине медицина взводына санитар итеп ебәрергә ҡарар иттеләр. Ә бында бойороҡтар "не обсуждаются". Хәҙер полигонда, медицина һәм хәрби тактикаға өйрәнәбеҙ", - тигән Радик Динәхмәтов. Йәшенә ҡарамаҫтан, йырсы хәрби хеҙмәт өсөн яраҡлы. Ул үҙен һәр саҡ спорт менән дуҫ булыуын, йәйәү йөрөүен, тәмәке һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланмауын да белдергән. "Әсәйем доға ҡылып ҡалды, ғаиләм , ҡыҙым да иланы, иң борсолғаны - һеңлем. Улар минең ҡарарымды белә һәм ҡабул итте", -тигән йырсы. Радик Динәхмәтов әҙерлек һыҙығында июль башынан алып, тиҙҙән улар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Билдәле йырсы бер нисә тапҡыр яугирҙәр алдында сығыш яһарға ла өлгөргөн. Йырсыға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын! Фото: "Бәйләнештә"