Ишембай районының Алаҡай ауылында йәшәп килгән матур йола быйыл да тормошҡа ашырылған. Был юлы байрамға күрше Юлдаш ауылы балаларын да саҡырғандар, Һөйәрсәк тауына менеп, күмәкләп йомортҡа тәгәрәткәндәр. Шишмә һыуынан самауырҙа сәй ҡайнатып, ике ҡаҙан былау бешереп, балаларҙы уйнатып матур сара үткәргәндәр. Был йоланың электән килгән мәғәнәһе лә бар. Йомортҡаны тәгәрәткәс, уны бер кемдә йыйып алмай, ҡоштарға, башҡа тереклеккә ем булһын, тип ҡалдырғандар. Ошо рәүешле балаларҙа ҡош-ҡортҡа ярҙам итеү тәрбиәһе һалынған. -Беҙ йәшерәк саҡта был йоланы Олотау буйында үткәрә инеләр. Балалар, үҫмерҙәр, йәштәр, ололар һәр береһе айырым ултырыр ине. Гармунға йырлап,бейеп, уйындар уйнап күңел асып ҡайта инек. Һуңынан күмәкләп йомортҡа тәгәрәтә торғайныҡ, - тип хәтерләй бөгөн өлкән быуын. Фото:”Алаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидараһынан.